132-се дөйөм белем биреү мәктәбендә был көн айҡанлы төрлө саралар үтте. Был сараларҙың маҡсаты булып тыуған илгә һөйөү, башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү булды.
7 октябрь көндө 9 класс уҡыусылары проект эше өҫтөндә эшләнеләр. 9б класында балалар тирмәләр эшләне, уларҙы төрлө орнаменттар менән биҙәне. 9а класында уҡыусылар башҡорт халҡының милли кейемдәре менән күптән ҡыҙыҡһыналар ине, шуға күрә «Башҡорттарҙың милли биҙәүестәре» тип аталған проект өҫтөндә эшләнеләр. Ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән төрлө биҙәүестәр эшләп класташтары алдында сығыш яһанылар. Проект эшенең этаптары, эш ваҡытында ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡандары тураһында һөйләнеләр.
8 октябрь көндө 5се һәм 9сы кластарҙа «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы» тип аталған берҙәм онлайн дәрес үтте. Уҡыусылар республикабыҙҙаң символикаһы тураһында белемдәрен нығытты, ҙур ғорурлыҡ менән республиканың гимнын тыңланылар.
Шулай уҡ был көндө барлыҡ кластарҙа Республика көнөнә арналған класс сәғәттәре уҙғарылды. Класс сәғәттәре мауыҡтырғыс булды. Уҡыусылар бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланылар.
Урта класс уҡыусылары «Башҡортостан – минең тыуған ерем» темаһына арналған ҡул эштәре конкурсында лә актив ҡатнашты. Мәктәптең беренсе ҡатында был эштәр менән күргәҙмә ойошторолдо, балалар көн һайын яңынан – яңы эштәр менән күргәҙмәне тулыландырҙы. Был эштәр күп төрлөлөгө һәм матурлығы менән айырылып торҙо.
9а класы шулай уҡ «Яратҡан төйәгем — Башҡортостан » интерактив викторинаһында ҡатнашып, тыуған ил тураһында алған белемдәрен тикшерҙеләр, ҡатнашыусылар сертификаттар менән бүләкләнде.
Мәктәп китапханасыһы «Тыуған ерем, Башҡортостан, сәскә ат» тип аталған китаптар күргәҙмәһен ойошторҙо. 6б класс уҡыусылары шулай уҡ «Беҙ йәшәгән Башҡортостан» квест – уйынында актив ҡатнаштылар; балалар төрлө һорауҙарға яуап биреп, тема буйынса пазл йыйып, үҙҙәре викторина һорауҙары ойоштороп, ребустар сисеп, күңелле сара үткәрҙеләр.
Мәктәптә «Башҡортостандың 7 мөғжизәһе» күргәҙмәһе ойошторолдо, бында тыуған еребеҙҙең иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр менән танышып була.
Был үткәрелгән саралар тыуған еребеҙгә, илебеҙгә һәм телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә, балаларҙың танып белеү эшмәкәрлеген үҫтерергә булышлыҡ итте.